Өфө дәүләт нефть техник университеты лицейында Андрей Мигунов иҫтәлегенә герой партаһы асылды


Өфө дәүләт нефть техник университеты лицейында Рәсәй Геройы Андрей Мигунов иҫтәлегенә герой партаһы асылды. Уның эргәһенә Рәсәй Геройының хәрби кейемдәре, шәхси әйберҙәре, наградалары менән витрина ла урынлаштырылды.

2023 йылдың 17 мартында подполковник Андрей Мигунов Рәсәй Ҡораллы көстәре сафына баҫа. Үҙәк хәрби округы 25-се дөйөм армияның Советтар Союзы Геройы Михаил Зорин исемендәге танк батальоны 31-се «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының 67-се полкы мотоуҡсылар дивизияһынының командиры итеп тәғәйенләнә. 2023 йылдың 27 ноябрендә уның хәрби штурм менән оҫта идара итеү һөҙөмтәһендә дошман күпләп юҡ ителә, броня техникаһы ҡыйратыла. Әммә позицияға ҡайтҡан ваҡытта штурмлаусы төркөмгә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм итә. Подполковник Андрей Мигунов үлемесле яралана. Партаны асыу тантанаһында ҡатнашҡан ҡатыны Любовь Александровна яугирҙар биргән танкист шлемын һәм Андрей Мигуновҡа арнап ташҡа баҫтырылған шиғри юлдарҙы тапшырып, йәштәрҙең Рәсәй Геройҙары өлгөһөнә эйәреп рухлы һәм илһөйәр булып үҫеүҙәрен теләне.

Рәсәй Геройы Андрей Мигуновтың тамырҙары Мәләүез районы Һарыш ауылынан. Ул үҫмер йылдарында уҡ хәрби юлдан китергә ҡарар итә. Волгоград өлкәһендә хәрби училише тамамлай, ә һуңынан Афғанстанда интернациональ бурысын үтәй. Автомобиль взводы командиры була. Батырлығы өсөн «Хәрби бурыстарҙы үтәгәне өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Андрей Мигунов биш йыл дауамында Ғафури районы хәрби комиссариатында, ярты йыл самаһы Архангел районы хәрби комиссариатында эшләп отставкаға китә. Махсус хәрби операция башланғас тыныс ҡына тылда ҡала алмай алғы һыҙыҡҡа юллана. Йәш яугирҙарҙы ул атайҙарса ҡурсалай, хәрби тактикаға өйрәтә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ