22 июнгә тиклем республиканың төрлө муниципалитеттарында үтәсәк сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған. Унда теләге булған һәр кем акция ойошторолған урынға килеп, патриотик темаға шиғыр һөйләй ала. Өфөлә ошондай майҙандарҙың береһе «Үҙәк» сауҙа баҙары комплексында урынлашҡан. Бөгөн унда Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарының батырлығы һәм тыл ныҡлығы тураһында лирик әҫәрҙәр яңғыраны. Акция Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Алмаз Сафин исемендәге патриотик тәрбиә һәм йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү үҙәге ойошторған.



