Өфөнөң 51-се мәғариф үҙәгендә Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә хәрби әҙерлек буйынса конкурс үтте


Өфөнөң 51-се мәғариф үҙәгендә полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә башланғыс хәрби әҙерлек буйынса конкурс үтте. Дөйөм белем биреү учреждениеларының кадет кластары уҡыусылары ярышы патриотик тәрбиә традицияларын һаҡлауға һәм нығытыуға, кадет мәғарифын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Өфө ҡала округы хакимиәтенең Физик культура һәм спорт буйынса идаралығы менән мәғариф идаралығы ойошторған бәйгелә ҡатнашыусы командалар дипломдар һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ