Әбйәлил районында хәйриә хоккей турниры үтте


Профессиональ хоккейсылар менән бер боҙҙа. Әбйәлил районында хәйриә хоккей турниры үтте. Яҡтыкүлдә ойошторолған ярышта Сергей Мозякин, Егор Яковлев, Василий Кошечкин, Егор Коробкин һәм Илья Набоков ҡатнашты. Көйәрмәндәргә яҡшы таныш уйынсылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары менән көс һынашты. Сатлама һыуыҡта боҙҙо иретерлек уйын барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.

Сергей Мозякиндың оҫталығына һоҡланмау мөмкин түгел. Профессиональ карьераһын тамамлауға ҡарамаҫтан уның рекордын һаман да бер кем дә уҙҙыра алмай. Бәлки быйылғы миҙгелдә Джошуа Ливо 48 шайбанан күберәк индерер. Хәйер, Әбйәлилдәге был уйында Сергей Мозякин һуҡҡан шайбаны үткәреү ҙә ҡапҡа һаҡсыһы өсөн үкенерлек түгел. Ҡасан әле урындағы балалар Рәсәй йондоҙҙарына ҡаршы сығыр.

Яҡтыкүлдә хоккей турнирҙары даими үткәрелә. Матур йолаға әүерелгән «Урал классикаһы» быға асыҡ миҫал. Был юлы ойоштороусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын йыйып, уларға онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итте. Ярышта Әбйәлил районынан 4 команда ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла даими рәүештә күнекмәләр яһай һәм, әлбиттә, хоккей оҫталығына эйә.

Барыһы ла, ысын хоккейҙағы кеүек, боҙҙа 6 уйынсы. Әлбиттә, улар көс ҡулланмайынса бер-береһен еңергә тырыша. Ә инде уңышҡа өлгәшеү йәш хоккейсылар өсөн ҙур ғорурлыҡ.

Хәйриә уйыны ҡатнашыусыларға ғына түгел, көйәрмәндәргә лә яҡшы кәйеф бүләк итте. Был сараға Әбйәлил районынан 100-ҙән ашыу бала килде. Ҡайһы берҙәре йондоҙҙар менән хоккей уйнаған арала, башҡалары күңел асты.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, был оло эштең башы ғына. Артабан бындай саралар күберәк үтер тип көтөлә. Һәм, бәлки, был хоккей майҙансығынан яңы олимпия чемпиондары сығыр.

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ