Өфөлә «Ҡышҡы Шайморатов уйындары»ның йомғаҡлау этабы үтте


Өфөлә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов Кубогына «Ҡышҡы Шайморатов уйындары»ның йомғаҡлау этабы үтте. Республика район-ҡалаларынан йыйылған шайморатов класстарында белем алыусылар физик әҙерлеген күрһәтеп, етеҙлектә, мәргәнлектә көс һынашты. 2020 йылдан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса мәктәптәрҙә Миңлеғәле Шайморатов кластары ойошторола башланы. Бөгөн 251 класста биш меңдән ашыу уҡыусы иҫәпләнә. Шайморатов уйындарында ҡатнашып, улар үҙенә күрә имтихан үтә. Төбәк кимәлендә иң көслө командаға күсмә кубок тапшырыла. Ошондай уҡ уйындар йәйгеһен дә ойошторола.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ