Республиканың көньяҡ өлөшөндәге айырым райондарҙа буран сыҡты, күреү мөмкинлеге насарайҙы, ҡар һырынтылары һалды. Әле Ейәнсура районында көслө буран ҡотора. Ҡайһы бер юл участкаларында йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәт туҡталыған. Ул 23 февралдә иртәнге сәғәт 8-гә тиклем ғәмәлдә ҡала. Бер үк ваҡытта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Хәйбулла районындағы хәлде контролдә тота. Үрнәк ауылынан алыҫ булмаған урында 4 автомобиль ҡамауҙа тороп ҡалған, уларҙа 8 кеше, шул иҫәптән сабый ҙа бар. Зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәт бирелмәй. Оло Әбеш ауыл биләмәһенән һәм Аҡъярҙан урынға тракторҙар сыға. Шулай уҡ ярҙамға ҡаргиҙәр менән Сибай ҡалаһынан ҡотҡарыусылар ебәрелгән. Белгестәр бындай һауа торошонда юлға сыҡмай торорға кәңәш итә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Хәйбулла районында транспорт хәрәкте тергеҙелгән.




