Медицина учреждениеһы 2 мең 200 кешене, Урмияҙ, Көнгәк, Табаҫҡытамаҡ, Үршиҙе ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Бында ашығыс ярҙам күрһәтелә, профилактик тикшереүҙәр уҙғарыла. Модулле бина заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ошонда уҡ дарыухана асылған, тип хәбәр итәләр район хакимиәтенән. Быға тиклем Ҡариҙел районының Әтнәш ауылында табип амбулаторияһы эш башланы. Медицина учреждениелары "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проекты буйынса төҙөлгән.




