Республика буйынса Эске эштәр министры Александр Прядко ошо турала белдерҙе. Полиция хеҙмәткәрҙәре рөхсәтһеҙ миграция ойоштороуҙың 11 осрағын асыҡлаған. “Сит ил кешеләре республикалағы криминаль хәлгә ҙур йоғонто яһай. Халыҡ улар ҡатнашлығында теркәлгән хәл-ваҡиғаларҙы ауыр кисерә”, - тине ведомство етәксеһе. 5 февралдән рөхсәтһеҙ мигранттарға Рәсәй ишектәре ябылды. Элек уларҙы суд һәм сик буйы һаҡсылары ғына ҡыуып сығара ала ине. Хәҙер полиция хеҙмәткәрҙәре лә бындай вәкәләткә эйә.




