Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров “Башинформ” хәбәрсеһенә биргән интервьюла белдерҙе. “Ил һәм халыҡ берләште. Улар үҙҙәренең тормошҡа ҡарашы, ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө булыуҙарына ҡарамаҫтан, илебеҙ берәү икәнен аңланы. Беҙ балаларыбыҙға, киләсәк быуынға ҡалдырыр өсөн ошо илдә йәшәргә, уны һаҡларға тейешбеҙ. Махсус хәрби операция ул минең өсөн, республика өсөн, идара итеү командаһы өсөн һынау. Ул беҙҙе көслө, аҡыллы, яҡшыраҡ итә. Был – иң мөһиме”,тине Радий Хәбиров.




