Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты башланды


Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты башланды. Ул президент ҡушыуы буйынса Геройҙар ваҡыты федераль проектының дауамы булараҡ тормошҡа ашырыла.

Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, программаның маҡсаты - хәрби хеҙмәткәрҙәр араһынан идарасыларҙың яңы быуынын әҙерләү. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм урта профессиональ йәки юғары белемле булған һәр кем ғариза бирә ала. Проекта ҡатнашыу өсөн героибашкортостана.рф сайтында теркәлергә, анкета тултырырға, онлайн-тест һәм әңгәмә үтергә кәрәк. Артабан квалификация күтәреү курстары асыла. Иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәр ҡайтанан һөнәри әҙерлек үтеү программалары буйынса уҡый һәм эшкә тәҡдимдәр ала. Әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡтағы һәм өйөнә ҡайтҡан яугирҙарҙы тәүәкәлләргә саҡырам! Һеҙҙең иң яҡшы сифаттарығыҙ, оҫталығығыҙ Башҡортостанға һәм илгә бик кәрәк. Барыһына ла уңыштар! - тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ