«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары Руслан Насретдинов етәкселегендәге гуманитар миссия вәкилдәре Петровское ҡалаһындағы Шайморатов мәктәбен дә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Башҡортостан делегацияһы балаларҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән тәбрикләне.
Петровское ҡалаһының Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се урта мәктәбе Радий Хәбиров башланғысы менән тулыһынса яңыртылды. Хәҙер ул ҡаланың ғына түгел, тотош Донбастың иң сағыу, матур бинаһы. Мәктәптә төбәк кимәлендәге мәҙәни һәм спорт саралары, уҡытыусылар өсөн семинарҙар ойошторола. Балалар яҡты һәм йылы бүлмәләрҙә белем ала, заманса технологиялар, интерактив алымдар ҡуллана.
Осрашыуҙың рәсми өлөшөнән һуң Петровское уҡыусылары алдында башҡорт эстрадаһы артистары сығыш яһаны. Бейби Ти башҡарған йырҙарҙы балалар шундуҡ отоп алды. Ә инде Шайморатов генерал йырына тотош зал ҡушылды.



