Һуңғы аҙнала республикала респиратор инфекция менән сирләүселәр 7 процентҡа артҡан


Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ауырыуҙар 28 меңдән ашҡан, уларҙың яртыһы 14 йәшкә тиклем балалар. Башҡа респиратор вирустар менән сағыштырғанда, грипп 64 проценттан күберәк теркәлгән. Сирҙе йоҡтормаҫ өсөн профилактика сараларын үтәү мотлаҡ: йәмәғәт урындарында битлектә йөрөү, ҡулды һабынлап йыуыу, биналарҙы елләтеү кәңәш ителә. Табиптар билдәләүенсә, алдағы ике аҙнала грипп һәм башҡа респиратор инфекция ауырыуҙары тулҡыны дауам итә.


Грипптан ваҡытында дауаланырға кәрәк. Сөнки ауырыу ҡатмарлашып, отит, пневманияға әйләнеүе, баш мейеһе зарарланыуы ихтимал. Сирҙең тәүге билдәләре башланыу менән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Йыл һайын сентябрь-октябрь айҙарында гриптан вакцинация үтергә мөмкин, прививка эшләтеүселәрҙең эпидемиологик миҙгелгә иммунитеты барлыҡҡа килә. Ауырыуҙы йоҡторған осраҡта ла ул еңелерәк үтә.

Әлмира Марышева, Республика йоғошло ауырыуҙар клиник дауаханаһының бүлек мөдире
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ