Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты старт алды


Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты старт алды. Ул ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы булараҡ тормошҡа ашырыла. Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, программаның маҡсаты - хәрби хеҙмәткәрҙәр араһынан идарасыларҙың яңы быуынын әҙерләү. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

«Башҡортостан Геройҙары» яңы төбәк программаһына старт бирелде. Маҡсат - хәрби юл үтеүселәр араһынан идарасыларҙың яңы быуынын әҙерләү. Унда махсус операцияла ҡатнашҡан һәм урта профессиональ йәки юғары белеме булған һәр кем ғариза бирә ала. Бының өсөн героибашкортостан.рф сайтында теркәлеп анкета тултырырға, эссе яҙырға, онлайн-тест һәм әңгәмә үтергә кәрәк. Бынан һуң квалификацияны күтәреү курстары асыла.

Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыу буйынса төбәктәр араһында икенсе урынды биләй. Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, хәрбиҙәргә тыныс тормошта һөнәр үҙләштереүҙә, карьера эшләүҙә, социаль адаптация йәһәтенән ярҙам күрһәтеләсәк. Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса республика «Геройҙар ваҡыты»федераль проектын киңәйтә.

Әлеге мәлдә беҙ донъяла һәм илдә тиҙ үҙгәрештәр барған һынылыш осоронда йәшәйбеҙ.Хәрби бәрелеш һыҙығында хеҙмәт итеү тәжрибәһенә эйә булған Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов та был проектты яңы шарттарҙа граждандар йәмғиәтен төҙөү өсөн мөһим нигеҙ тип атай.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан офицер, хәрби разведчик, «Батырлыҡ», «Шайморатов» ордендары, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы кавалеры Оскар Ситдиҡов та махсус хәрби операция яугирҙарын һөнәри йәһәттән үҫтереүгә, ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән “Геройҙар дәүере” президент кадрҙар программаһында ҡатнаша. Хәрбиҙең остазы республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙе. Оскар Ихтибар улы Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә стажировка үтә. Әлеге ваҡтта ул республиканың Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы идараһын етәкләй.

Ысынлап та, кадрҙар эше, «социаль лифттар» ҙы эшләтеп ебәреү күптән өлгөргән мәсьәлә. Төрлө кимәлдәге идара итеү командаларында лайыҡлы кешеләрҙе табыу етди мәсьлә һәм яңы проект.

Республика Башлығы Радий Хәбиров әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡтағы ларҙы, өйгә ҡайтыусыларҙы ҡыйыу булырға саҡырып, ил именлеген һаҡлаусы яугирҙарҙың иң яҡшы сифаттары, күнекмәләре Һәм оҫталығы Башҡортостанға һәм илгә ныҡ кәрәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Тыныс тормошта яңы социаль-иҡтисади модель төҙөү бурыстарын үтәй алһын өсөн әхлаҡи өҫтөнлөктәрҙән тыш хәрбиҙәргә махсус белем дә талап ителә. Проект буйынса һайлап алғандан һуң улар, идара итеү нескәлектәре аша яңы һөнәр үҙләштерәсәк.

Гүзәл Борханова

Волна
Акции БСТ