Мәләүез районында шыттырылған бойҙай һәм башҡа башаҡлы культураларҙан тәбиғи продукция етештерелә


Талҡан, әҙер иртәнге аш, смузи һәм башҡалар. Мәләүез районында шыттырылған бойҙай һәм башҡа башаҡлы культураларҙан тәбиғи продукция етештерелә. Был эш менән күп йылдар дауамында Ҡолбаевтар ғаиләһе шөғөлләнә. Етештереү процессы менән БЮТ ижади төркөмө танышты.

Сифатлы сеймалдан - файҙалы талҡан. Эшкәртелеүгә тик тикшерелгән һәм таҙартылған бойҙай алына. Һуңынан ул шыттырала, киптерелә һәм ҡыҙҙырыла. Тирмән аша үткәндән һуң, продукция ҡаптарға тултырыла. Етештереү процессы автоматлыштырылһа ла, ҡул эше юҡ түгел. Фасовка цехында ИКЕ хеҙмәткәр эшләй.

Ҡолбаевтарҙың кәсебе 2009 йылда талҡан эшләүҙән башлана. Бөгөн ассортимаент киңерәк. Етештереүҙә эшҡыуарҙар башлыса күсмә халыҡтар ризыҡтарына өҫтөнлөк бирә. Файҙалы продукцияны Рәсәйҙә генә түгел, сит төбәктәрҙә лә үҙ итәләр. Етештереүселәр шифахана, сауҙа селтәрҙәре менән хеҙмәттәшлек итә.

Талҡан ябығырға ярҙам итә, сәсте нығыта, организмды йәшәртә. Халыҡты һауыҡтырыу - беҙҙең төп маҡсатыбыҙ, ти етештереүселәр. Йылдар дауамында эш ғаилә бизнесына әйләнгән. Киләсәктә уны Ҡолбаевтарҙың ейәнсәре дауам итмәксе.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ