Бөрйәндә ат спорты яңы кимәлгә күтәрелә


Бөрйән районында ат спортын үҫтереүгә бәйле, яңы бәйгегә нигеҙ һалынды. Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындары программаһына индерелгән атта сапҡан килеш тәңкә алыу республикала тәүге тапҡыр ойошторолдо. Байрамда «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» уҙҙы, халыҡ «Ылаҡ» , «Ауҙарыш» уйындарын ҡараны, уҡсылар «Мәргән уҡсы»ла ярышты, батырҙар суҡмар ырғытты, сәмлеләр арҡан тартыуҙа көс һынашты. Оҫтабикәләр үҙен сергетыштар буйынса конкурста һынаны балалар өсөн айырым уйындар ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Бөрйән районында ат спортының күләмле бәйге булараҡ ойошторолоуына биш тиҫтә йылдан ашыу. Ул төбәк бренды булараҡ ҡабул ителә. Сара йыл һайын төрлө яҡлап байытыла. Быйыл мәҫәлән, ойоштороусылар республикала тәүгеләрҙән булып атта сапҡан килеш тәңкә алыуға нигеҙ һалды.

Бындай саралар бигерәк тә Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан илдәрендә яратып уйнала. Уны бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындарында күреп, ҡатнашып ҡайтҡан милләттәштәребеҙ бөгөн уларҙы үҙебеҙҙә тормошҡа ашыра. Уҡсылар кеүек. Бөгөн милли яндан уҡ атыу мәктәп йәшендәгеләр араһында ла чемпионат рәүешле ойошторола. Ул традицион милли кейемде пропагандалауға үҙ өлөшөн индерә.

Ат спорты әлбиттә, халыҡ кәсепселәренең тыш үтмәй. Ат өҫтөнә ябылған сергетыш бөгөн дә байрамдың төп биҙәге һанала. Был ҡорама әйберҙең фәлсәфәһе тураһында айырым китап яҙырлыҡ, ти бөрйәндәр.

Балалар араһында ойошторолған «Ауҙарыш» уйыны ла халыҡты сәмләндермәй ҡалманы.

Әйткәндәй, ат спорт уйындарында бала саҡтан ҡатнашҡан замандаштарыбыҙ ҙа юҡ түгел. Атҡа һөйөү күптәрҙе фермерлыҡ эшен асыуға этәргән.

Төрлө этаптарҙа уңышлы сығыш яһаған Бөрйән районының Әтек ауылы биләмәһе йәнә күсмә кубокты яуланы.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡышҡы уйындар йылдан-йыл нығыраҡ популярлыҡ яулай, ҡатнашыусылар араһында йәштәр күбәйә. Тимәк, киләсәктә уның республика кимәленә сығырына өмөт ҙур.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ