Республика буйынса Эске эштәр министрлығына мутлашыу осрағы тураһында 50 хәбәр килгән. Асҡын районынан ҡаҙанлыҡта эшләгән ир сим-карта хеҙмәтләндереүгә бәйле килешеүен оҙайтырға теләй. Әммә ул аферистар тоҙағына эләгә. Кредитҡа алынған 1 миллион 500 мең һум аҡсаһын уларҙың иҫәбенә күсерә. Баймаҡ районында йәшәгән пенсионер ҡатын 1 миллион 400 мең һумын “ялған” электр иҫәпләгес ҡуйыусыларға бирә. Полиция хеҙмәткәрҙәре айырыуса балаларға һәм оло йәштәгеләргә аферистарҙың алдау ысулдары тураһында һөйләргә кәңәш итә. Өлкән тәфтишсе Ләйсән Сәғитова:




