Рәсәйҙә таҙа метанол етештереү һәм һатыу тыйыла

Ил хөкүмәте ошо турала документты хупланы. Метанол кеше сәләмәтлеге өсөн хәүефле. Ул төҫө, ҡуйылығы, еҫе менән этанолға оҡшаш. Шуға ағыуланыу хәүефе ҙур, ти белгестәр. Рәсәйҙә алкоголь менән күпләп ағыуланыу осрағы 2023 йылдың йәйендә булды. Ул ваҡытта 50 кеше контрафакт сидр эсеп үлде.

Фото №1 - Рәсәйҙә таҙа метанол етештереү һәм һатыу тыйыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ