"Башҡортостан геройҙары" программаһы старт алды

Республика Башлығы Радий Хәбиров "Башҡортостан геройҙары" программаһы тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кадрҙар проекты старт алды. Унда урта һөнәри, йә  юғары белеме булған һәр яугир һәм ветеран ҡатнаша ала. Проектта ҡатнашыу өсөн герои башкортостана нөктә рф сайтында теркәлергә кәрәк. Яугирҙар анкета тултырырға, эссе яҙырға, онлайн тест һәм әңгәмә үтергә тейеш. Бынан һуң квалификацияны күтәреү курсы асыла. Программаның йәмәғәт советын Радий Хәбиров етәкләй.  “Башҡортостан геройҙары” программаһы яугирҙарға яңы оҫталыҡҡа өйрәнергә ярҙам итә”. Республика Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов ошондай фекерҙә..

"Башҡортостан геройҙары" программаһы старт алды

“Ил Президенты ҡушыуы буйынса беҙ “Геройҙар дәүере” федераль проектын киңәйтәбеҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан дәүләт һәм муниципаль власть органдары өсөн белгестәр әҙерләйәсәкбеҙ”, - тип белдерҙе Республика Башлығы Радий Хәбиров.

Фото №1 - "Башҡортостан геройҙары" программаһы старт алды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ