Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын 25 февралдә билдәләгән республика дәүләт флагы көнө менән ҡотланы. Төбәк башлығы билдәләүенсә, ул киләсәк быуынға тапшырыла килгән, тыуған ергә һәм уның ҡиммәттәренә оло һөйөү билдәһе. “Беҙҙең флаг - милләт, дин, йәшкә һәм һөнәргә ҡарамай барлыҡ республика халҡын берләштерә. Беҙгә яҡташтарҙың ҡаҙаныштары һәм батырлыҡтары тураһында иҫкә төшөрә. Яңы бейеклектәр һәм еңеүҙәргә илһамландыра”,- тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.




