Ике аҙналыҡ отпускҡа ҡайтҡан ир-егеттәр ялын файҙалы үткәргән, яҡындары менән осрашҡан, көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән, йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индергән. Ватан һаҡсылары алыҫ юлға бергә хеҙмәт иткән иптәштәренә күстәнәстәр ҙә алған. Был инде күптән яуҙағы ҡәрҙәштәргә ярҙам йолаһына әүерелгән. Шулай уҡ Бөрө районы ирекмәндәре лә хәрбиҙәргә посылкалар килтергән.
Оҙатыу тантанаһында сығыш яһаусылар яугирҙарға хәрби бурысты лайыҡлы үтәүҙәрен теләне. Ә республика етәкселеге һәм урындағы власть махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ла, уларҙың ғаилә ағзаларына ла ярҙам итәсәк. Бынан тыш, сарала ирекмәндәргә рәхмәт хаттары ла тапшырылды.



