Тәгәрмәстәр, генератор, бензобысҡыс, окоп шәмдәре һәм маскировка селтәрҙәре. Өфөнөң Киров районы халҡы махсус хәрби операцияға сираттағы гуманитар ылау туплап ебәргән. Был йүнәлештә баш ҡаланың бөтә райондары ла әүҙем эш алып бара. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Коридорға тултырылған кәрәк-яраҡтар өс аҙнала ғына тупланған. Район хакимиәте ылау туплау тураһында иғлан иткәс тә, халыҡ әүҙем ҡушыла. Дарыу, генераторҙар, дронға ҡаршы селтәрҙәр, блиндаж йылытыу материалдары - Бөтә әйберҙәр ҙә алғы һыҙыҡтағыларҙың һорауы буйынса әҙерләнгән.
Ылауҙа балалар яҙған хаттар ҙа бар. Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап, кескәйҙәр һалдаттарға бүләктәр ҙә һалған. Киров районы хакимиәте ирекле башҡорт батальондары менән бәйләнеште күптән булдырған. Ылауҙы улар фронт биләмәһенә үҙҙәре алып бара. Ирекмәндәргә тәжрибәле водителдәр ярҙам итә.
Йөк тантаналы шарттарҙа оҙатылды. Ылауҙы туплауҙа әүҙемлек күрһәткән ирекмәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ә 9-сы мәктәп уҡыусыһы Айҙар Монасипов «Рәсәй ирекмәне» миҙалы менән бүләкләнде. Күп бала тәрбиәләгән Монасиповтар, ғөмүмән, бар яҡлап та өлгөлө ғаилә. Уларҙың тырышлығы, илһөйәрле күптәрҙә һоҡланыу уята.
Фронтҡа баш ҡаланың бөтә райондары ла ярҙам итә. Әйтәйек, Октябрь районы гуманитар конвой менән «Нива» машинаһы оҙатты. Алғы һыҙыҡта һалдаттар өсөн был кәрәкле транспорт. Республиканан яҡташтарыбыҙға ярҙам туҡтамай. Сөнки тыл ныҡлы булғанда, фронт та көслө.
Рәзилә Ғилметдинова



