Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республика йәмәғәт ойошмалары менән берлектә әҙерләгән гуманитар ярҙам тәғәйен урынға барып еткән. Ылауҙы махсус хәрби операция биләмәһенә ойошма ағзалары үҙҙәре илтеп тапшырҙы. Саранан әбйәлилдәр ҙә ситтә ҡалмаған. «Айыҡ ауыл» республика конкурсы финалына үткән Ҡаҙмаш ауылы халҡы яугирҙарға гуманитар ылауҙы икенсегә әҙерләгән. Күсмә мунсаны улар дүртенсегә эшләгән.



