Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ветеран әле булһа телевизорҙан махсус хәрби операция яңылыҡтарын, Салауат Юлаев хоккей командаһы уйындарын яратып ҡарай. Ул үҙе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында радист булып хеҙмәт иткән. Ленинград блокадаһын , Эстония , Латвия һәм Польшаны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан. Хәрби хеҙмәтте Бикйән Әлтекәев Иосиф Сталиндың улы Василий Сталин менән бер батальонда үткән. Еңеүҙе Берлин ҡалаһы эргәһендә ҡаршы алған. Һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар Баҡалы ауылы янғын һүндереү идаралығында эшләгән.



