Быйыл һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә 55 педагог ҡатнаша, уларҙың икәүһе Силәбе өлкәһенән, өсәүһе урта махсус уҡыу йорттарынан. Уҡытыусыларҙың дөйөм педагогик стажы - 1250 йыл. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үткән тәүге этапта һөнәри компетенция диагностикаланды. Педагогтарҙың методик, грамматика буйынса белеме баһаланды. Киләһе этап - «Асыҡ дәрес».



