Башҡорт дәүләт педагогия университетында Фирҙәүес Хисамитдинова исемендәге аудитория асылды


Билдәле ғалимә Фирҙәүес Хисамитдинованың тыуыуна 75 йыл уңайынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында исемле аудитория асылды. Заманында ошо юғары уҡыу йортонда эшләп киткән ғалимә башҡорт телен донъяуи кимәлгә күтәреүгә өлгәшә. Уның етәкселегендә башҡарылған фәнни хеҙмәттәр әлегәсә уникаль иҫәпләнә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Профессор Фирҙәүес Хисамитдинова исемендәге аудитория моңло ҡурай көйө аҫтында асылды. Был көндө һәр кем тарихи ваҡиға итеп ҡабул итте. Һәм был һис тә осраҡлы түгел. 1985 - 1993 йылдарҙа ғалимә Башҡорт дәүләт педагогия институтында башҡорт теле кафедраһы мөдире, ошо уҡ факультеттың беренсе деканы була.

Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы башҡарған фәнни хеҙмәттәрҙең һәр береһе айырым асышҡа тиң. Башҡорт теленең 10 томлыҡ академик аңлатма һүҙлеге һәм Башҡорт халҡының тарихына арналған 7 томлыҡ хеҙмәтен генә алайыҡ. Был эштәр донъя кимәлендә танылыу килтерҙе..

Фирҙәүес Хисамитдинованың исеме яҡын көндәрҙә Әбйәлил районында ла мәңгеләштерелер тип көтөлә. Шәхестең тыуған мәктәбе Рәхмәттә һәм район ауылдарының береһенә ғалимәнең исеме биреләсәк.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ