Өфөлә махсус хәрби операция яугирының ғаиләһендә сабый тыуған

Шатлыҡлы хәбәр менән Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Рөстәм Хәмитов уртаҡлашты. Сабый ҡала перинаталь үҙәгендә донъяға килгән. Илья менән Элина улдарына Демид тип исем ҡушҡан. ”Илья ҡыҫҡа ял алып, өйөнә ҡайтты. Ата-әсә бәхетле мәл кисерә. Уларҙы сабыйҙары тыуыуы менән ихлас ҡотлайым. Балалар – оло бәхет”, — тип яҙған социаль селтәрҙә Рөстәм Хәмитов.

Фото №1 - Өфөлә махсус хәрби операция яугирының ғаиләһендә сабый тыуған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ