Дума рәйесе Вячеслав Володин Ғаиләне яҡлау, ата, әсә һәм бала мәсьәләләре буйынса комитетҡа балаларҙы берәҙәк эттәр һөжүменән һаҡлау буйынса нормалар әҙерләргә ҡушты. - Тәртип урынлаштырырға кәрәк. Бала ғүмере күпкә ҡәҙерле. Эттәрҙе яҡлау кәрәклеге тураһында һүҙ йөрөтөүселәр өсөн яуап - хайуандарҙы ташларға ярамай, бында ла яуаплылыҡ булырға тейеш, - тине Вячеслав Володин. Күптән түгел, 23 февралдә Ставрополдә берәҙәк эттәр 9 йәшлек ҡыҙҙы талап үлтерҙе. Ғәмәлдәге закон буйынса хужаһыҙ этте тотоп, уға чип беркетеп бер аҙҙан кире ебәреү ҡаралған.




