Башҡортостан һыуһаҡлағыстарында ҡар күләме иҫәпләнә

20 мартҡа тиклем 9 һыу объектында ошондай эш ҡаралған. Иҫәпләүҙәр һыу запасын анализларға булышлыҡ итә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, шулай уҡ гидротехник ҡоролмаларға илткән юлдар тәртипкә килтерелә, плотиналар таҙартыла. - Яҙғы ташҡынды имен үткәреү өсөн саралар күрелә, -тине  ведомство етәксеһе  Нияз Фазылов.

Фото №1 - Башҡортостан һыуһаҡлағыстарында ҡар күләме иҫәпләнә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ