Республикала махсус хәрби операция ветерандарын реабилитациялау үҙәге булдырыла

Был турала Радий Хәбиров белдерҙе. - Башҡортостан реабилитация эшен ойоштороу буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе. Уҙған йылда 15 шифаханала 3 мең ярым яугир сәләмәтлеген нығытҡан. Республика хөкүмәтенә инвалид булған ветерандар өсөн комплекслы реабилитация  үҙәген булдырыу мөмкинлеген өйрәнергә  ҡушылды, - тине Радий Хәбиров. 2025 йыл Башҡортостанда махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың яҡындарына ярҙам йылы тип иғлан ителде.

Фото №1 - Республикала махсус хәрби операция  ветерандарын реабилитациялау үҙәге булдырыла
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ