Ейәнсура районынан 8 йәшлек Әмир Мәһәҙиев махсус хәрби операция яугирҙарына планшетҡа тип йыйған аҡсаһын тапшырған. Бының өсөн малайға копилкаһын ватырға тура килә.
Бала үҙенең ҡарарын аҡсаның әлеге ваҡытта һуғышта кемдәрҙеңдер аталары булған яугирҙарға кәрәгерәк булыуы менән аңлата. Әмирҙең башланғысына дуҫтары һәм таныштары, класташтары ла ҡушыла, һөҙөмтәлә балалар ике рацияға етерлек аҡса йыйған. Был сумманы Әмир масхус хәрби операция яугирына шәхсән тапшыра, яҡташыбыҙ фронтҡа яңы рациялар менән юллана.
Әмир Мәһәҙиевтың өлкәндәрсә етди аҙымы тураһында социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы яҙып сыҡты. "Был хәл миңә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында беҙҙең республиканан самолеттар һәм танктар эшләргә аҡса йыйыусы комсомолдар, пионерҙар һәм уҡыусыларҙы хәтерләтте. Әмирҙең өлгө алыр кешеләре бар, уның атаһы Эске эштр министрлығы офицеры. Олатаһы - отставкалағы подполковник, хәрби хәрәкәттәр ветераны - махсус хәрби операция яугирҙарына ике антидрон ебәргән. Әмиргә, уның дуҫтарына һәм әлбиттә, ата-әсәһенә ошондай шәп ул тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙҙең егеттәргә ихлас күңелдән ярҙам итеүсе барлыҡ республика халҡына рәхмәт!" тигән төбәк етәксеһе.




