Ғафури районы Аҡкүл ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған ике яугир иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Илшат Харисов менән Алексей Коротковҡа бағышланған стела батырҙар уҡыған мәктәптә ҡуйылды. Хәтер таҡтаһын асыу тантанаһына яугирҙарҙың туғандары, уҡыусылар, республика һәм район етәкселеге вәкилдәре йыйылды.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың икеһе лә «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнгән. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәһенә Шайморатов миҙалын тапшырҙы. Митинг бер минут тынлыҡ һәм хәтер таҡтаһына сәскә һалыу менән тамамланды.



