Быйыл Башҡортостанда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса 709 метр оҙонлоҡтағы 10 күпер норматив хәлгә килтереләсәк. Улар туристик объекттарға алып барған юлда, терәк юл селтәренә ингән трассаларҙа урынлашҡан. Мәҫәлән, Хәйбулла районы Таналыҡ йылғаһы күперендә капиталь ремонт башланған да инде. Ул Ырымбур өлкәһе сигенә хәүефһеҙ һәм уңайлы юл булдыра. Төҙөлөш Архангел районындағы Ағиҙел йылғаһы күперендә лә бара. Был турала ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Зиннур Фәйзуллин күпер төҙөлөшө өлкәһендә 2000-се йылдар башынан эшләй. Быға тиклем Санкт-Петербурта, Сочиҙа күләмле төҙөлөштәрҙә ҡатнаша. Һуңғы бер нисә йыл тыуған төбәгендә яһалма конструкцияларҙы ремонтлай. Ҡырмыҫҡалы менән Архангел районы киҫелешендә, Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндереү былтыр ноябрҙә башлана. Әле бында 15-кә яҡын кеше, ике кран һәм ҡеүәтле техника йәлеп ителгән.
Төҙөүселәр көнөнә иҫке конструкцияның 4 плитәһен алмаштырып өлгөрә. Шунда уҡ иретеп-йәбештереү эше башҡарыла. Төҙөлөштөң беренсе этабы 111 плитәне алмаштырыуҙы күҙ уңында тота, әле уларҙың 99-ы яңыртылған. Был 316 метрлыҡ күперҙең бер яғы ғына.
Ремонт башланғандан алып объект өлөшләтә ябыла. Альтернатив урау юлдар булмағанға күрә, был мәсьәләне берҙән-бер хәл итеү ысул.
Плитәләрҙе алмаштырып бөткәндән һуң, бетон түшәү эштәре башлана. Төҙөүселәр күперҙе киләһе йылдың дүртенсе кварталында файҙаланыуға тапшырырға күҙаллай. «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса төҙөлөш майҙансыҡтары тағы 9 биләмәлә ойошторолған.
Архангел районынан тыш, Ҡырмыҫҡалы, Хәйбулла, Белорет, Салауат һәм Ҡариҙел райондарындағы күперҙәр ҙә яңырыу кисерәсәк
Әлфинә Килдейәрова



