Башҡортостанда ер һәм мөлкәт менән идара итеү һанлы форматҡа күсә


20 миллиард һумға яҡын һалымдан тыш аҡсаны Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы төбәк бюджетына һалған. Күрһәткес буйынса ведомство Волга буйы федераль округында икенсе урында. Был турала министрлыҡтың йыл йомғаҡтарына арналған коллегия ултырышында һүҙ барҙы. Былты ер һәм мөлкәт йүнәлешендә ҡуйылған бөтә маҡсаттар ҙа тормошҡа ашырылған. Ведомство күрһәткән бөтә хеҙмәттәрҙе лә һанлы форматҡа күсереүгә ирешкән. Бынан тыш, географик мәғлүттәр милли системаһын индереү буйынса илдә алдынғы урын һаҡланған.

Йомғаҡлау ултырышында ведомство хеҙмәткәрҙәренә - Башҡортостан Хөкүмәте Почет грамоталары, район-ҡала бүлектәре етәкселәренә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ йыл дауамында министрлыҡ менән уңышлы хеҙмәттәшлек иткән учреждение, киң мәғлүмәт саралары ла билдәләнде. Исемлектә беҙҙең телеканал да бар.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ