Яндекс сервистары хәҙер башҡортса телмәрҙе лә аңлай


Мәғлүмәт эҙләү системаһы башҡортса һүҙҙәрҙе таныуҙа нейроселтәрҙе файҙаланған. Бынан һуң, Яндексҡа башҡортса яҙырға ғына түгел, өндәшергә лә була. Был мөмкинлек Тәржемә ҡушымтаһында, эҙләү системаһы һәм клавиатурала булдырылған. Тәржемәсе төрлө телдәргә тәржемә итеүгә лә һәләтле. Ошо рәүешле бер-береһен аңламаған төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара иркен диалог ҡора ала. Мәғлүмәтте иһә яҙыуға ҡарағанда, әйтеп эҙләү күпкә тиҙерәк һәм уңайлыраҡ. Башҡорт теле - ошондай технологияла файҙаланылған өсөнсө тел. Быға тиклем система татар һәм сыуаш телдәрен танырға өйрәнгән.


Беҙҙең проект илдәге телдәр мираҫын һаҡлауға өлөш индереүгә йүнәлтелгән. Бер яҡтан башҡорт телендә бик күп материалдар эшкәртелә. Икенсенән, халыҡ мираҫы дөйөм мәғлүмәт өлкәһенә сығарыла, тимәк, уның менән башҡа халыҡтар ҙа таныша.

Александр Болховитянов, Яндекс продукттарын бәләкәй халыҡтар теленә күсереү проекты етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ