Тыуған илгә тғролоҡ. Аҡъяр тау колледжы студенттары юнармеецтар хәрәкәте сафын тулыландырҙы.
Аҡъяр Тау колледжында 1 курс студенттарын юнармеецтар отрядына бағышлау сараһы тантаналы шарттарҙа үтте. Студенттар араһында хәрби клубҡа инеүгә төрлө өлкәләрҙә юғары һөҙөмтә күрһәтеүселәр генә һайлап алынған. Сарала Рәсәй ғәскәрҙәрендә хәрби юл үткән уҡытыусылар, махсус хәрби операция яугирҙары, Хәйбулла районы ветерандары ла ҡатнашты. Ил буйынса юнармеецтар хәрәкәте ойошторолғандан алып уға 1 миллион 750 меңдән ашыу кеше ҡушылған. Аҡъяр тау колледжының беренсе курсында белем алған 20 студенты ла юнармеец исемен ғорурлыҡ менән йөрөтәсәк.
Йәш юнармеецтар сафына баҫырға ҡыҙҙар ҙа йөрьәт иткән. Хәрби клубта тәрбиәләнеүселәрҙең күптәре әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта, илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлай. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары илһөйәр йәштәрҙе мөһим ваҡиға менән тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе. Хәрби сынығыу мәктәбен үтеүсе өлкәндәр йәш быуынға уҡыуҙа, спортта, йәмәғәт тормошонда уңыштар, Тыуған илебеҙҙең ысын патриоттары булып үҫеүҙәрен теләне.



