Өфө - Раевка электропоезы февралдән республика халҡын көн һайын хеҙмәтләндерә башланы


Шулай уҡ йыл башынан баш ҡала агломерацияһының сиге Иглин станцияһына тиклем киңәйтелеп, Дим - Иглин участкаһында 40 һумлыҡ берҙәм тариф билдәләнде. Һөҙөмтәлә пассажирҙар ағымы бермә-бер артҡан. Теманы хәбәрсебеҙ Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Өфө - Раевка поезы 1 февралдән республика пассажирҙарын көн һайын хеҙмәтләндерә. Бығаса ул ял һәм байрам көндәрендә генә йөрөй ине. 5 вагондан торған состав хәҙер ғәҙәти эш көндәрендә лә халыҡ менән тулы. Пассажирҙар иртәнге сәғәт туғыҙынсы егерме минутта уҡ Өфө тимер юл вокзалына килеп етә.

Тимер юл транспортының уңайлылығын кассирҙар ҙа билдәләй. Тармаҡта оҙаҡ йылдар эшләүсе хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙгәрештәргә шат.


Вагондар йылы. Пассажирҙар өсөн уңайлы креслолар. Тиҙ һәм ваҡытында тәғәйен урынға барып етәбеҙ. Билет хаҡы ла бик ҡиммәт түгел. Шуға ла ул халыҡҡа бик ҡулай.

Татьяна Короткова, кассир

Һуңғы биш йылда республикала ҡала яны поездары составы 70 процентҡа яңыртылған. Уларҙың артыуы ҡала ситенә барып етеү ваҡытын да кәметкән. Әйтәйек, Шаҡшанан Дим биҫтәһенә тиклем - 40 минутта, ә Иглиндән баш ҡала үҙәгенә тиклем бер сәғәттән кәмерәк ваҡытта барып етергә мөмкин. Башҡортостанда илдә сығарылған электр поездары төрҙәре киң ҡулланыла, йәғни, республика халҡы һәм ҡунаҡтар заманса тимер юл транспорты менән файҙалана. Поездар яңырыу менән бер ғына түгел, төбәктә тимер юл станциялары биләмәләре лә әүҙем төҙөкләндерелә.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ