Өфөлә «Доставщик» ҡыҫҡа метражлы фильмы күрһәтелде


Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «АртМастерс Төбәктәре» чемпионаты ярҙамында төшөрөлгән яңы ҡыҫҡа метражлы фильм күрһәтелде.

«Доставщик» ҡыҫҡа метражлы фильмында Волга буйы федераль округында йәшәгән ижади йәштәр төркөмө: продюсер, режиссер, оператор, сценарист, моушн-дизайнер, костюмдар буйынса рәссам, композитор һәм тауыш режиссерынан торған берҙәм команда эшләгән. Картина заман йәштәренең тормошон сағылдыра. Төп геройҙарҙың береһе - тыумыштан мөмкинлеге сикләнгән егет клиенттарға ризыҡ ташыу менән мәшғүл. Картина уның менән эш мәлендә булған төрлө хәл-ваҡиғалар, әйләнә-тирәләге кешеләрҙең уға ҡарата мөнәсәбәте тураһында бәйән итә. Берәүҙәр егеткә ихлас ярҙамлашырға тырышһа, икенселәре рәхимһеҙлек күрһәтә.


Фильмда мин инвалид коляскаһында ултырған ҡыҙ ролендә төштөм. Мөмкинлеге сикләнгән йәш кешенең уй-кисерештәрен йөрәгем аша үткәрергә тура килде.Фильмдың тәрбиәүи әһәмиәте ҙур. Ул йәмғиәттә ивалидтарға мөнәсәбәтте ыңғай яҡҡа үҙгәртергә ярҙам итер, тип уйлайым.

Алла Йәҙгәрова, «Доставщик» ҡыҫҡа метражлы фильмында төшөүсе

«АртМастерс Төбәктәре» чемпионат миҙгеле 2 мартта Мәскәүҙә ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙың финал премьераһы менән тамамлана. Унда «Доставщик» ҡыҫҡа метражлы фильмы ла күрһәтеләсәк. Әмир Абдразаҡов исемендәге»Башҡортостан» киностудияһы - «АртМастерс Төбәктәре» чемпионаты партнеры. 2025 йыл башында республикаға фиьм төшөрөү өсөн йәш кинематографистар килгән. «Доставщик» фильмы киностудия базаһында төшөрөлгән. Еңеүселәр һәм призерҙар үҙҙәренең тулы метражлы фильмын төшөрөү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Улар шулай уҡ мәҙәни башланғыстар Президент фонды грантына ла дәғүә итә ала.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ