Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Волга буйы транспорт прокуроры Максим Суров менән осрашты. Яҡтар юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Максим Суров республика етәксеһенә хеҙмәттәшлек һәм транспортта хәүефһеҙлек саралары күргәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Төбәк властары авария хәүефен кәметеү һәм кешеләрҙең ғүмерен һаҡлау өсөн системалы эш алып бара. Республика юлдарында үлем осраҡтарының кәмеүе быға асыҡ миҫал, - тине транспорт прокуроры. Ул шулай уҡ тимер юл аша сығыу урындарында хәлде яҡшыртыу өсөн камералар ҡуйыу мөһимлеген билдәләне. Беренсенән, фотовидеотеркәү аварияны булдырмаҫҡа ярҙам итә, икенсенән, намыҫһыҙ водителдәрҙән штрафтар түләтергә мөмкинлек бирә. Был, ысынлап та, һөҙөмтәле инструмент. Республика юлдарында 2 меңгә яҡын камера эшләй. Беҙҙең баһалауҙар буйынса, был сара үҙен аҡлай, сөнки ул машина йөрөтөү мәҙәниәтенә йоғонто яһай, тине Башҡортостан башлығы.




