Быйыл Өфөлә Теннис академиһы һәм Бокс үҫеше үҙәген төҙөү башлана


Шулай уҡ йәмәғәт урындарын тәртипкә килтереү сиктәрендә баш ҡаланың 9 урыны яңы һулыш аласаҡ. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн баш ҡала советының сираттағы ултырышында белдерҙе. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

2024 йыл республика өсөн ҙур байрам саралары менән бәйле айырыуса әһәмиәтле булды. Өфө үҙенең 450 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был йәһәттән төрлө мәҙәни саралар үтте. Әммә иң мөһиме, юбилей йылында баш ҡала халҡы бер нисә яңы объектҡа эйә булды.

Өфө хакимиәте башлығы ла депутаттар алдында социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары тураһында отчет менән сығыш яһаны. Ратмир Мәүлиев билдәләүенсә, юбилей йылы баш ҡаланы етди үҙгәртте, тарихи үҙәктең тышҡы ҡиәфәте лә яңырҙы.

Республика башлығы ла үҙ сығышында баш ҡаланы үҫтереү перспективалары тураһында һөйләне. Быйыл Өфөлә Теннис Академияһын һәм Бокс үҫеше үҙәген төҙөй башлаясаҡтар. Шулай уҡ Олимпия резервы училищеһы менән еңел атлетика манежын проектлау планлаштырыла. Радий Хәбиров Рус драма театрын яңыртыу кәрәклеген дә билдәләне. Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыуға килгәндә, быйыл 9 поликлиникала капиталь ремонт үтәсәк.

Ветерандарға Өфөнөң почетлы гражданы исемен биреү мәсьәләһе лә хәл ителде. Республиканың баш ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы 43 ветеран йәшәй. Улар өсөн тауыш биреү ойошторолдо, ләкин депутаттар бер һүҙҙән баш ҡаланың почетлы гражданы исеменә барыһы ла лайыҡ тигән фекергә килде. Ултырышта Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылауға бәйле һорауҙар ҡаралды. 9 майҙа Өфөлә НАТО илдәренең трофей техникаһы күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Ул махсус хәрби операция барышында Башҡортостан яугирҙары тарафынан ҡулға төшөрөлгән. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләү көнөндә Өфөлә күләмле хәрби парад үтәсәк. Кәңәшмә алдынан республика башлығы фронтовик ветерандарға юбилей миҙалдары тапшырҙы. Дәүләт наградаһы Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылды.

Ултырышта ҡатнашҡан ветерандарға дипломдар, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы танытмаһы менән билдә тапшырылды. Радий Хәбиров үҙ сиратында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә юбилей миҙалдары менән бүләкләне.

Әлфинә Килдейәрова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ