Сарала «Беҙҙең көс» проекты төбәк координаторы Каринэ Хәбирова яҡын кешеләрен юғалтҡан гүзәл заттар менән аралашты. «Беҙҙең көс» - 7 ай дауам иткән социаль проект. Уның сиктәрендә ауыр юғалтыуҙар кисергән ҡатын-ҡыҙҙар психологтар һәм башҡа белгестәр менән аралашып күнекмәләр үтә, рухи көс туплай, йәшәү сифатын яҡшырта. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
«Беҙҙең көс» - махсус хәрби операцияла яҡындарын юғалтҡан, яугирҙарҙы алғы һыҙыҡтан көткән ғаиләләрҙе берләштергән федераль проект. Ярҙам программаһын үткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың беренсе төркөмө проектты ойоштороусыларға ихлас рәхмәтен еткерҙе. Ауыр юғалтыуҙарҙы, тормош һынауҙарын фекерҙәштәр һәм белгестәр менән үтеү күпкә еңелерәк, ти улар.
Социаль проект сиктәрендә гүзәл заттар өсөн арт-терапия, гуманитар ярҙам туплау, хәйриә акцияларында ҡатнашыу ҡаралған. Яҡындарын юғалтҡан ғаиләләр даими психогтар менән аралашып, рухи көс туплап үҙҙәре башҡа кешеләргә ярҙам итә башлай. Бай йөкмәткеле дәрестәр онлайн форматта видеобәйләнеш аша үтә.
Башҡортостанда «Беҙҙең көс» социаль проекты Каринэ Хәбирова башланғысы менән ойошторолдо. «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» фондының попечителдәр советы рәйесе гүзәл заттарға артабан да ярҙам күрһәтеләсәк тип белдерҙе.
«Беҙҙең көс» проекты ете ай дауам итә. Программаны үҙләштергән йөҙ ҡатнашыусы проекттың икенсе этабына килгән ҡатын-ҡыҙҙарға остаз булараҡ ярҙам итәсәк. «Берҙәмлектә көс» девизы менән гүзәл заттар бер-береһенә таяныс булып тормош һынауҙарын үтә, йәшәүгә дәрт таба.
Флорида Ким



