Республика Башлығы Волга буйы транспорт прокуроры Максим Суров менән осрашты

Унда юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.  Максим Суров республика етәксеһенә хеҙмәттәшлек һәм транспортта хәүефһеҙлек саралары күргәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Төбәк властары авария хәүефен кәметеү һәм кеше ғүмерен һаҡлау буйынса системалы эш алып бара. Республика юлдарында үлем осраҡтарының кәмеүе быға асыҡ миҫал, - тине транспорт прокуроры. Ул шулай уҡ тимер юл аша сығыу урындарында хәлде яҡшыртыу өсөн камералар ҡуйыу мөһимлеген билдәләне. Республика юлдарында 2 меңгә яҡын камера эшләй. Беҙҙең баһалауҙар буйынса, был сара үҙен аҡлай - ул машина йөрөтөүгә ыңғай йоғонто яһай, тине Радий Хәбиров.

Фото №1 - Республика Башлығы  Волга буйы транспорт прокуроры Максим Суров менән осрашты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ