Республикала уны алыу өсөн 300-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Сберкарта банк сервистарына инеү мөмкинлеге бирә. Уны Һаҡлыҡ банкы бүлексәһендә алырға мөмкин. Бының өсөн паспорт, СНИЛС, оборона министрлығы биргән хәрби хәрәкәттәр ветеранының ҡағыҙ таныҡлығы йәки хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусының белешмәһе кәрәк. Проект Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән берлектә тормошҡа ашырыла.




