Рәсәйҙә Әсәлек капиталы программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды

Федерация Советы ошо турала законды раҫланы. Сенаторҙар бөтәһе лә был ҡарарҙы хупланы. Бер йыл элек ил президенты Владимир Путин программаны 2030 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтырға тәҡдим иткәйне. Ошо йылдың 1 мартынан үҙгәрештәр ғәмәлгә инә. Әсәлек капиталы аҡсаһын шәхси йорт төҙөүҙә файҙаланырға була. 1 февралдән беренсе бала тыуғанда 690 мең 266 һум түләнә. Икенсе сабый донъяға килһә, тағы ла 221 мең һумдан ашыу аҡса бирелә.

Фото №1 - Рәсәйҙә Әсәлек капиталы программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ