Халыҡ-ара сара Башҡортостан башлығы башланғысы менән ойошторола. Быйыл ул 30 майҙан 1 июнгә тиклем үткәрелә. Ғәҙәттәгесә, Совет майҙанында була. Китап байрамында Рәсәй һәм сит ил нәшриәттәре, китап менән сауҙа иткән фирма һәм магазиндар, китапхана һәм полиграфия предприятиелары ҡатнаша ала. Заявка биреү өсөн сараның рәсми сайтында документ тултырырға кәрәк. Йәрминкә 2023 йылдан уҙғарыла. Былтыр сарала ил төбәктәре һәм башҡа дәүләттәрҙән 240-ҡа яҡын нәшриәт ҡатнашҡан. Байрамға 170 меңдән ашыу кеше килгән, 73 мең самаһы китап һатылған. Башҡортостан китап йәрминкәһен уҙғарған өсөн “Рәсәйҙең әҙәби флагманы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.




