Был турала бөгөн Радий Хәбиров ҡала советы ултырышында белдерҙе. Республика башлығы яңы мәктәптәр, поликлиникалар төҙөү һәм башҡа социаль инфраструктураны яҡшыртыу мөһимлеген билдәләне. “Өфө составына ингән биләмәләр башҡаланың бер өлөшө- уларҙы ла үҫтерергә кәрәк. Беҙҙең юл, транспорт инфраструктураһын үҫтереү проекттары буйынса һорауҙар күп. Өфө даими рәүештә яҡшы яҡҡа үҙгәреү стратегияһы буйынса йәшәргә тейеш. Йыл һайын яңы йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндерергә, социаль обьекттар төҙөргә- ғөмүмән, йәшәү сифатын яҡшыртырға кәрәк. Был өлкәлә баш ҡала хакимиәте тарафынан беҙҙең берҙәм эш булдырылған”,тине Радий Хәбиров.




