Ике көнгә иҫәпләнгән күләмле сарала республика һәм Рәсәйҙең ун ике төбәгенән, ике меңгә яҡын баҡсасы, 80-гә яҡын ойошма һәм йәмәғәт берләшмәләре ҡатнаша. Сит илдәрҙән саҡырылған ҡунаҡтар ҙа бар. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров форумды асыу тантанаһында сығыш яһап, төбәктә баҡсасылар көнөн иғлан итеү мөһимлеген билдәләне.
Айырым билдәләнгән дата булғанда, муниципалитет ярҙамында биләмәләрҙе тәртипкә килтереү, өмәләр уҙғарырға мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ Радий Хәбиров баҡсасыларҙы борсоған мөһим һорауҙарға ла яуап бирҙе. Күптәрҙе юлдарҙың торошо, газ, электр менән тәьминәт мәсьәләләре борсой. Яуаплы ведомстволар, район-ҡала хакимиәттәре менән берлектә уларҙы хәл итеү бурысы ҡуйылды.




