Бөгөн иртән Мәләүез районы аша үткән трассала 9 машина ҡатнашлығында авария теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булыусылар юҡ, ике кеше зыян күргән. Әле дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре фажиғә сәбәптәрен асыҡлай. Томан төшөүгә бәйле, юл хәрәкәте тик бер һыҙат буйынса ғына ебәрелгән. Шулай уҡ һауа торошо шарттары арҡаһында Стәрлетамаҡ районындағы Яңы Васильевка ауылынан Салауат ҡалаһына тиклемге арауыҡта ла юл хәрәкәте ваҡытлыса сикләнгән.



