Календарҙағы датаға иғтибар итмәгеҙ. Синоптиктар күҙаллауы буйынса, Башҡортостанға яҙ килергә ашыҡмай. 1 март төндә республикала 25 градусҡа тиклем һыуыта, тип хәбәр итә гидрометеорология буйынса төбәк идаралығы. Һауа температураһының ҡырҡа үҙгәреүе тик 5 мартҡа ғына көтөлә. 7 мартта термометр нулдән юғары күтәрелә. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә һауа торошо тағы ла боҙола, ә тотороҡло йылы көндәр марттың тик икенсе яртыһында ғына башланыр тип күҙаллана.



