Өфөлә яңы предприятие - «МАЗ-УТЗ электр транспортын үҫтереү биләмәһе» теркәлде


Башҡортостан башлығы Минск автозаводы менән Өфө трамвай-троллейбус заводы вәкилдәрен ҡабул итте. Радий Хәбиров билдәләүенсә, элек предприиятие электромашиналарҙы һанаулы ғына йыйһа, хәҙер Өфө троллейбустары Рәсәй баҙарының 40 процентын биләй. Ике йыл эшләү дәүерендә 700 троллейбус сығарылған. Яңы проектҡа яҡынса 1 миллиард 600 миллион күләмендә инвестиция йүнәлтеү тип күҙаллана. Яңы производство «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе сиктәрендә «Өфө» индустриаль паркы эргәһендә урынлашасаҡ. Төҙөлөш ике йылға иҫәпләнгән.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ