Башҡортостан йылғаларында боҙ шартлатыу башланды


Ҡотҡарыусылар һәм махсус хеҙмәттәр тәүге шартлатыу эштәрен Шишмә районының Петряев ауылы эргәһендә башҡарҙы. Яҙғы ташҡын эҙемтәләрен кәметеүгә йүнәлтелгән саралар хаҡында киләһе яҙмала.

Хәрби инженерҙар белдереүенсә, төп шартлатыуҙарҙы үтәүгә 75 килограмм тротил һәм километр самаһы сапер ялан сымдары ҡулланыла. Әҙерлек эштәренә бер-нисә сәғәт ваҡыт кәрәк. Сөнки ашығыу-саперҙың төп дошманы. Хәрбиҙәр әҙерләгән заряд 200-ҙән 400 граммға тиклем ауырлыҡтағы тротил шашкаларынан тора. Улар боҙ аҫтына төшөрөлә. Хәрбиҙәр һәм ҡотҡарыусылар шартлау урынынән ике йөҙ метр алыҫлыҡта булырға тейеш. Бөтә зарядтар детонаторға тоташтырыла..

Тоннанан ашҡан боҙ һәм килограмм тротил һауаға атыла. Масса күп ҡатлы йорт бейеклегендә күккә олғаша. Был эштәр барыһы ла йылғала боҙ тығындарын булдырмау, ауыл-ҡасабаларҙы һыу баҫыуҙан һаҡлау, урындағы халыҡтың ғүмерен һәм мөлкәтен һаҡлап ҡалыу өсөн башҡарыла. Күп йылдар дауамында Үҙәк хәрби округының гвардия инженер бригадаһы Башҡортостанда ҡотҡарыусыларға ярҙамға килә.


Үҙәк хәрби округ командующийы күрһәтмәһе нигеҙендә, 12-се айырым инженер бригадаһының шартлатыу эштәре төркөмө Башҡортостан биләмәһендә яҙғы ташҡын осоронда шартлатыу эштәрен үткәреү буйынса алдағы сараларға әҙерлек маҡсатында практик дәрестәр үткәрә. Был эштәр ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау маҡсатында башҡарыла.

Рөстәм Низамов, 12-се айырым гвардия инженер бригадаһы штабы етәксеһе

Ҡотҡарыусылар һәм хәрбиҙәр шартлатыу эштәренә аномаль йылы ҡыш арҡаһында ваҡытынан алда тотонған.


Февраль башында һауа температураһы нулгә яҡын һәм Беҙ барыбыҙ ҙа температураның күтәрлелеүе хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Боҙ йоҡа һәм урыны менән туңған. Быйыл яҙғы ташҡынды иртәрәк көтәбеҙ.

Илгиз Фәррәхов, Башҡортостан ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары

Ҡотҡарыусылар иһә мотобырау ярҙамында Өршәк йылғаһы боҙҙарында уйымдар яһаны. Йылғала боҙҙоң ҡалынлығы 45 сантиметр. Коллегаларынан айырмалы, Тимур Латипов бөгөн водолаз кейемендә һәм страховка арҡаны ярҙамында эшләй.


Ҡайһы бер урындарҙа боҙ йоҡаҡ, страховкалаусы иптәшем миңә бауҙы һуҙып ебәреп тора, ә водолаз костюмы мине һыуға батыуҙан һаҡлай.

Тимур Латипов, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре
Башбат

Быйыл республиканың өс йөҙҙән ашыу тораҡ пункты һыу баҫыу зонаһына эләгеүе ихтимал. Төбәктә 80 меңдән ашыу кеше хәүеф төркөмөнә эләгә. Махсус хеҙмәттәр йылғаларҙа һәм һыу ятҡылыҡтарында хәлдең үҫешен күҙәтеп кенә ҡалмай, төрлө сценарийҙар өҫтөндә лә эшләй. Башҡортостан халҡына ярҙамға ун биш мең ҡотҡарыусы әҙерлек һыҙығында тора.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ